Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Август 2022, 19:50

Шайморатов вариҫтары

Асҡында ла «Шайморатов класы» буласаҡ.  

Шайморатов вариҫтары
Шайморатов вариҫтары

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулыу уңайынан Асҡын ауылында тантаналы митинг үтте.

Сарала район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, Афған һуғышы ветерандары йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Азат Әхмәтйәнов, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, «Йәш армиясы»лар, Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары, уларҙың ата- әсәләре һәм башҡалар ҡатнашты.

Сарала сығыш яһаусылар Миңлеғәли Шайморатов, уның батырлығы, легендар шәхестең исемен мәңгеләштереү тураһында һөйләне.

Асҡын 2-се мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары “Шайморатовсылар” сафына алынды.

«Шайморатов класында» 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән даими эш алып барыласаҡ.

5-се класс — «Шайморатов класы» — ул дөйөм белем биреү класы, унда төп дөйөм белем биреү программаһынан тыш, фәндәр төплө өйрәнелә. Маҡсат —уҡыусыларҙы хәрби йәки башҡа дәүләт хеҙмәтенә әҙерләү.

Наилә Имаева.

Шайморатов вариҫтары
Шайморатов вариҫтары
Шайморатов вариҫтары
Шайморатов вариҫтары
Шайморатов вариҫтары
Шайморатов вариҫтары
Читайте нас: