Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2022, 15:05

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август  кәңәшмәһе барышында белем биреү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡытыусыларыбыҙға  “Башҡортостан Республикаһының мәғариф  отличнигы”  билдәһе тапшырылды.  

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

 

Асҡын 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусы Светлана Зәйләмова менән Асҡын 2-се урта мәктәбенең  рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Надежда Щербининаның фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.  Тәжрибәле, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар “Башҡортостан Республикаһының мәғариф  отличнигы”  тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф һәм фән министрлығының  Почет грамотаһы менән  район мәғариф бүлеге методисы Нәзилә Нуриәхмәтова,  Ҡубияҙ ауылының “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Данисә Ғәйнелйәнова, Ҡыйғаҙы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Лида Имаметдинова,  Асҡын 1-се урта мәктәбенең  башланғыс кластар уҡытыусыһы Роза Миндиярова,  Любовь Сәрүәрова, Урмияҙ урта мәктәбенең йәмғиәтте өйрәнеү һәм  тарих уҡытыусыһы  Роза Ирғәлина,  Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илшат Солтаншин бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф һәм фән министрлығының  Рәхмәт хаты менән район мәғариф бүлеге коллективы,  мәғлүмәт-методика үҙәге директоры Зөбәржәт Нәҡип ҡыҙы Ғәлина, район мәғариф бүлеге технологы Ләйсән Фларит ҡыҙы Шакирова бүләкләнде.

Бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған, намыҫлы һәм тырыш хеҙмәт һалған уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе   ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: