Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2022, 21:20

Мәҙәниәт йорто яңы төҫ аласаҡ

Республика мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда барған капиталь ремонт эштәре менән дә танышты.  

Мәҙәниәт йорто яңы төҫ аласаҡ
Мәҙәниәт йорто яңы төҫ аласаҡ

Бөгөн районыбыҙға эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Суфиян улы Ғаязов район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов оҙатыуында Ҡашҡа ауылына ла барҙы. Улар урындағы мәҙәниәт йортонда барған капиталь ремонт эштәре барышы менән танышты.

Бында ҡыйыҡ, түшәм, тәҙрәләр, ишектәр, санузел, иҙән, йылытыу системаһы, электр селтәрҙәре алмаштырыла, шулай уҡ эске биҙәү эштәре башҡарыласаҡ.

Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Ринат Риваль улы Сәлимов менән Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов алда торған бурыстар, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында һөйләне, кәңәшләште.

Наилә Имаева.

 

Мәҙәниәт йорто яңы төҫ аласаҡ
Мәҙәниәт йорто яңы төҫ аласаҡ
Мәҙәниәт йорто яңы төҫ аласаҡ
Мәҙәниәт йорто яңы төҫ аласаҡ
Читайте нас: