Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Август 2022, 14:41

Ниһайәт, мин дә студент булдым!

Бәләкәйҙән үҙенең әүҙемлеге, телһөйәрлеге, тырышып уҡыуы, йыр-моңға һәләте менән һоҡландырған Дилә Хәжиәкбәрова үҙе теләгән уҡыу йортона уҡырға инде.  Диләгә киләсәктә лә хыялдарына ҡыйыу аҙымдар менән ышаныслы атлауын теләйбеҙ!

Ниһайәт, мин дә студент булдым!
Ниһайәт, мин дә студент булдым!

Дилә Билгеш ауылында   Люзиә һәм Мәсрур Хәжиәкбәровтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән  бик тырыш, егәрле, әүҙем була.   Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ тәүге уҡытыусыһы Гөлсимә Саҙретдин ҡыҙы етәкселегендә  төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындай яулай.  Артабан юғары кластарға күскәс, тел һәм әҙәбиәт буйынса олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әленән-әле ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы.

  • Мин бәләкәйҙән уҡырға яраттым, шуға ла рус һәм башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала инем. Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Ҡашҡа мәктәбендә уҡығанда  Ирина Муллахан  ҡыҙы, Әнүзә  Мостафа ҡыҙы, ә инде Асҡын 2-се урта мәктәбенә күскәс, Дилбәр Зөфәр ҡыҙы, Айгөл Мәжит ҡыҙы   етәкселегендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙемде һынап ҡараным,  тәжрибә тупланым.  7-се кластарҙа уҡығанда журналист буласаҡмын, тип хәл иткәйнем инде.  Был бик яуаплы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс һөнәр икәнен әле үҙем район гәзите редакцияһына ваҡытлыса  эшкә урынлашҡас аңланым. Миңә  кешеләр менән аралашыу, ваҡиғалар уртаһында “ҡайнау” оҡшай.  Гәзит уҡыусыларға райондағы  хәл-ваҡиғалар, хеҙмәт кешеләре, яңылыҡтар тураһында һөйләү, уларға күберәк позитив мәғлүмәт еткереү теләге миндә көслө. 

Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғас та документтарымды Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына журналистика бүлегенә илттем.  Бәхеткә күрә, быйыл  "журналистика" йүнәлеше буйынса бюджет урындары бүленгән.  Ике бюджет төркөмө йыйылды.  Уларҙың берәүһе башҡорт телен белгән журналистарҙы әҙерләүгә йүнәлтеләсәк. Мин нәҡ ошо бүлеккә конкурстан уҙҙым. Бик ныҡ шатландым, әлбиттә. Бала саҡ хыялыма  ирешеү өсөн тәүге аҙымды яһаным, тиергә мөмкин. Хәҙер тырышып уҡырға, журналистика серҙәренә төшөнөргә, үҙемде һәр яҡлап үҫтерергә кәрәк.  Алла бирһә, яҡшы журналист булыр өсөн  бар тырышлығымды, көсөмдө һаласаҡмын. 

Бына әле редакцияла эшләү осоромда шуны аңланым: журналист киң белемле, компетентлы, өлгөр, әүҙем, рухлы  булырға һәм кешеләрҙе хөрмәт итергә, үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, эшенә мөкиббән бирелеп эшләргә тейеш.  Башҡаса булыуы мөмкин түгел, — тип журналист һөнәренең мауыҡтырғыс һәм шул уҡ ваҡытта  ауыр, яуаплы  булыуын билдәләне Дилә.

  Алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, уға ирешеү өсөн бар көсөн, тырышлығын һалған  райондашыбыҙға тик уңыштар теләп, киләсәктә  Асҡыныбыҙ мәнфәғәте өсөн тырышып эшләргә әҙер журналист  булып ҡайтыуын теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

Ниһайәт, мин дә студент булдым!
Ниһайәт, мин дә студент булдым!
Ниһайәт, мин дә студент булдым!
Читайте нас: