Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июнь 2022, 09:00

Самауыр артында осрашыу

Балтас районы Боғҙан ауыл мәҙәниәт йорто майҙанында мишәр ғаиләләре араһында күркәм сара үтте.  

Самауыр артында осрашыу
Самауыр артында осрашыу

 

Самауыр артында осрашыуҙар кемгә генә ҡәҙерле түгел? Сәйе лә, тәмләп бөткөһөҙ, башҡа төрлө. Шундай табын артында үткәрелгән байрамдар ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта. Тап ошо маҡсат менән Балтас районы Боғҙан ауыл мәҙәниәт йорто майҙанында мишәр ғаиләләре араһында күркәм сара "Самауыр яны- ғаилә йәне" район бәйгеһе ойошторолдо. Самауыр янына райондың 5 үрнәкле,  иң татыу, иң матур ғаиләләре йыйылды: Түбән Ҡарыш ауылынан Лилиә һәм Рәмил  Фәүзетдиновтар,  Боғҙан ауылынан Ләйсән һәм Илнур Ғиләжевтар, Иҫке Тимкә ауылынан Лилиә һәм Шамил Шәнгәрәевтар, Юғары Ҡарыш ауылынан Рәфисә һәм Аяз Фазлутдиновтар, Фәниә һәм Наҡый Камалтдиновтар. Улар буш ҡул менән килмәгән,  тел йоторлоҡ тәмле ризыҡтарын, күңелде дәртләндерерлек музыкаль күстәнәстәрен алып килгән. Сара "Мин һәм  минең ғаиләм" тип аталған өлөштән,  таныштырыуҙан башланып китте. Бәйге тамамланғандан һуң,  байрамдың иң "тәмле" өлөшө башланды. Ауыл халҡы самауырҙа ҡайнаған хуш еҫле сәй һәм өҫтәлгә ҡуйылған тәм-томдар менән һыйланды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Самауыр артында осрашыу
Самауыр артында осрашыу
Самауыр артында осрашыу
Самауыр артында осрашыу
Самауыр артында осрашыу
Читайте нас: