Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2022, 11:00

Балтастар – Ҡыҙылъярҙа

Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәт көнө сиктәрендә XXXI республика фольклор байрамы үтте.

Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Балтастар – Ҡыҙылъярҙа

Сара "Тыуған ер йырҙары" асыҡ республика конкурсының гала-концерты менән башланды. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының тарихи-мәҙәни үҙәктәре һәм Өфө районыны Балалар ижад йортоноң күргәҙмәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Балтас районынан Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Айҙар Сираев ҡатнашты.
Тантаналы өлөшөндә Айҙар Хәтип улы Мостай Кәримдең "Рус түгел мин, ләкин россиян мин" тигән шиғыры менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге музейы әйберҙәренән күргәҙмә тәҡдим итте. Мишәр халҡының яратҡан аш-һыуы, Балтас бренды, балан ҡатығын тәмләп ҡарау һәм һатып алыу мөмкинлеге лә бар ине.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Балтастар – Ҡыҙылъярҙа
Читайте нас: