Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 20:25

"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" балҡыны

Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт һарайында "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары VII республика фестивале үтте.

"Дуҫлыҡ гөлләмәһе"  балҡыны
"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" балҡыны

фестивале үтте

Фестиваль нигеҙендә район "халыҡ" һәм "өлгөлө" исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтары юғары исемдәрен тағы ла бер тапҡыр яҡланы. Ижади коллективтарҙың сығышын Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Әхмәтйәнова етәкселегендә мәртәбәле жюри баһаланы.

12 коллектив үҙ сығышын жюри хөкөмөнә тәҡдим итте. Балалар хоры,"Зөлфиә", "Гөрләүектәр", "Нью Дэнс" бейеү коллективтары үҙҙәренең "өлгөлө", хор, "Гүзәл" бейеү коллективы, "Етегән шишмә", "Ужара", "Гөлбәзир" фольклор коллективтары, "Созвездие" вокаль, "Моң" тальянсылар, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре "халыҡ" исемен лайыҡлы яҡланы.

Гөлназ Ғәлләмова.

"Дуҫлыҡ гөлләмәһе"  балҡыны
"Дуҫлыҡ гөлләмәһе"  балҡыны
"Дуҫлыҡ гөлләмәһе"  балҡыны
"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" балҡыны
Читайте нас: