Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2022, 20:00

Ҡариҙелдә - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”

VII «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале бөгөн Ҡариҙелдә үтте.

Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул өс йылға бер үткәрелә. Фестивалдә, театр коллективтарынан тыш, «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөткән үҙешмәкәр художестволы коллективтар ҡатнашты. Конкурсҡа ярашлы, улар ҙур булмаған концерт программаһын тәҡдим итергә тейеш ине.
Ҡариҙел районының мәҙәниәт бүлеге белгестәре сығыштарын райондың юбилей йылына бағышлап, “90 йыл бер ғаиләлә кеүек” тип атаны. Сара алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров жюри ағзаларын сәләмләп, фестивалдә ҡатнашыусы барлыҡ 11 коллективҡа ла уңыштар теләне.
Программала район Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Шәфҡәт” халыҡ вокаль ансамбле, “Россияне” халыҡ хоры, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Провинция” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле, Ҡараяр һәм Магинск ауылдары күп тармаҡлы ауыл клубтарының “Умырзая”, “Сударушки”, “Рябинушка” халыҡ вокаль ансамблдәре, Уразай ауылы клубының “Ший памаш” халыҡ фольклор коллективы, Балалар сәнғәт мәктәбенең “Гармония”өлгөлө балалар хоры, Ҡариҙел ауылы күп тармаҡлы ауыл клубының “Сөмбөл” вокаль ансамбле, Байҡыбаш ауылы мәҙәниәт йортоноң “Ҡартаймаҫ йөрәктәр” фольклор коллективы ҡатнашты.

Ҡариҙелдәрҙең сығышын Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Гөлгенә Баймырҙина, Әлиә Әлибәкова, Наталья Кондакова составындағы аттестация комиссияһы баһаланы. Улар коллективтарға баһа биргәндә яңы постановкаларҙың булыуы, башҡарыу кимәле, сәхнә мәҙәниәте, музыка сифаты, костюмдар һәм коллективтың ижади эшмәкәрлегенең тотороҡлоғон иҫәпкә алды. Өҫтәп китәйек, һәүәҫкәр үҙешмәкәрлек ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ коллективтарының художестволы кимәлен арттырыу, күп милләтле Башҡортостандың халыҡ ижадының, этник мәҙәниәтенең барлыҡ жанрҙарын үҫтереү фестивалдең төп маҡсаттары булып тора.
Республика төбәктәре буйлап иңләйәсәк был мәҙәни сараны ойоштороуҙа быйыл яңылыҡ та бар ине. Әҙерләнгән программа тура эфир аша “Культура. Россия” Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, йолалары порталында күрһәтелде. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән беҙҙең тамашаны ҡарарға мөмкинселек булдырылды.
Ғәҙәттә, «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестиваленең гала-концертын йыл аҙағында «Нефтсе» концерт залында үткәреү планлаштырыла. Шуныһы лайыҡлы, һәр ваҡыт унда беҙҙең коллективтар ҡатнашып килә. Быйыл да шулай булыр. тигән өмөттә ҡалабыҙ.

РДК фойеһында ҡул эштәре өлгөләренән торған күргәҙмә сараның мәртәбәһен арттырҙы, рухын байытты. Ҡариҙелдәр районыбыҙҙа төрлө милләтле халыҡ таланттары йәшәгәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә  - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Ҡариҙелдә - “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”
Читайте нас: