Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель 2022, 08:00

Таланттар балҡышы

Балтас район Мәҙәниәт һарайында Балалар сәнғәт мәктәбенең отчет концерты үтте.

Таланттар балҡышы
Таланттар балҡышы

 

Отчет концерт - ул уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың емешле эшенә йомғаҡ яһау. Концертта мәктәп тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Тантана өлөшөндә район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев уҡыусылар - Сөмбөл Солтангәрәева, Асҡар Ғәлиев, Эвилина Ғәләүетдинова, Булат Хәсәнов Балалар сәнғәт мәктәбенең ижади тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһағаны өсөн, шулай уҡ уҡытыусылар - Рәзидә Ғәйнетдин ҡыҙы Әхмәтова, Рая Мәснәүи ҡыҙы Хәмәева, Эльмира Зәвит ҡыҙы Ғәйфуллинаны Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Программала бөтә ижади коллективтар: баянсылар ансамбле (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәлләмов), "Йыһан" думбыра ансамбле, вокаль ансамбле (етәксеһе Рәзидә Әхмәтова), "Ҡыңғырауҙар" фольклор ансамбле (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хәмәева), бейеү коллективтары (етәкселәре БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Хәсәнова, Венера Баландина, Айҙар Ғәлләмов), йырсылар, музыка ҡоралдарында яңғыҙ башҡарыусыларҙың (фортепиано, баян етәкселәре Эльмира Ғәйфуллина, Илшат Нурҡаев) сығыштары ҡыуандырҙы.

Мәҙәниәт йорто фойеһында художество бүлеге уҡыусыларының төрлө техникала башҡарылған иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо.

Гөлназ Ғәлләмова.

  •  



Таланттар балҡышы
Таланттар балҡышы
Таланттар балҡышы
Таланттар балҡышы
Таланттар балҡышы
Таланттар балҡышы
Таланттар балҡышы
Читайте нас: