Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
16 Апрель 2022, 06:45

Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы

Милли кейем көнө сиктәрендә Ҡариҙел районының барлыҡ мәғариф учреждениеларында сағыу саралар үтте.

Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫыМилли кейем – халҡыбыҙ мираҫы
Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы

Уҡытыусылар класс сәғәттәрен, оҫталыҡ дәрестәрен, күргәҙмәләрҙе ошо сараға арнаны. Бигерәк тә “Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы” исеме аҫтында үткән дәрестәр мауыҡтырғыс булды. Был дәрестәрҙә балалар республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың милли кейеме, уларҙың үҙенсәлектәре менән танышты. Уҡыусылар үҙҙәре лә олатай-өләсәйҙәре кейеп йөрөгән костюмдар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр әҙерләне. Дәрестәргә лә кемдер рус, башҡорт йә татар милли кейемдәрендә килде. Был күренешкә улар бер ҙә аптыраманы, сөнки республикабыҙҙағы кеүек беҙҙең районда ла төрлө халыҡтар йәшәүен улар күптән белә. Уҡытыусыларҙың йәнле, рухлы итеп ойошторған дәрестәрендә улар күп милләтле төбәгебеҙҙә халыҡтарҙың дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә йәшәүенең асылын аңланы, һәр милләттең милли һыҙаттарына тик хөрмәт менән ҡараны. Шулай уҡ улар түбәтәй, стилләштерелгән түшелдерек әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты. Һәр мәктәптә тиерлек милли бейеүҙәр башҡарылды, костюмдар хаҡында видеояҙмалар ҡаралды. Былтыр районыбыҙҙа, тотош республикабыҙҙа гөрләгән Фольклориада байрамына килгән сит ил ҡунаҡтарының да милли кейемдәре хаҡында һөйләшеү булды. Тимәк, милли кейем бер башҡорт, татар, рус, мари халҡында ғына түгел, ә Ер шарында йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың да йөҙөн билдәләгән костюмы, биҙәге була һәм һәр кем уны һаҡларға бурыслы, тип фекер йөрөттө балалар. Ысынлап та Милли кейем көнө быйылғы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә үткән сараларҙың күркәм бер өлгөһө булып торҙо.

Гөлнара Солтанова.

Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы
Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы
Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы
Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы
Милли кейем – халҡыбыҙ мираҫы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас