Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
15 Апреля 2022, 10:20

Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?

Асҡын “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының “Йылмайыу”  төркөмө тәрбиәләнеүселәре милли кейем тураһында күп нәмә белде

Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?
Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?

Милли кейем көнөнә арнап үткәрелгән сарала кескәйҙәрҙе бүлмәлә тылсымлы һандыҡ көтә ине. Тылсымлы һандыҡты балаларға бер өләсәй ебәргән. Эсен асып ебәрһәләр, ниҙәр генә юҡ унда?! Ә иң матуры булып башҡорт милли кейемдәре ята.

Тәрбиәсе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева балаларҙы башҡорт милли кейемдәре менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡһыныусан малайҙар һәм ҡыҙҙар уларҙы кейеп тә ҡараны, иҫтәлеккә фотоға ла төштө.

Был көн балалар күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы, мәҙәниәтебеҙгә, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, кейемебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Илһөйәр Махатова.

Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?
Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?
Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?
Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?
Тылсымлы һандыҡта ниҙәр бар?
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас