Бөгөн Бөтә донъя театр көнө билдәләнә. Үҙ ғүмерендә был илаһи донъяның тылсымын татымаған кеше юҡтыр ул. Подлуб ауылы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ошо хәҡиҡәткә таянып, балаларҙы кесе йәштән үк театр иле менән таныштырыуҙы маҡсат итеп алған. Шуға ла улар урындағы балаларға “Театр – тылсымлы донъя” тип аталған сара ойошторҙо. Ни өсөн һәм кемдәр был көндө байрам итеүҙәре менән таныштырғандан һуң, методистар мәҙәниәт йортонда эшләп килгән театр коллективы хаҡында һөйләне, уларға бағышланған стендты күрһәтте. Артабан театрҙарҙың символикаһына әүерелгән маскалар тураһында белешмә бирелде. Сарала ҡатнашыусылар ҡағыҙҙан төрлө маскалар яһаны. Маскалар әҙер булғас, методист Эльвира Нәғимова балаларҙы тиҙәйтекестәр әйтергә кәрәклеген аңлатты. Баҡтиһәң, тиҙәйткестәр телде шымарта, дикцияны тәртипкә килтереүгә булышлыҡ итә икән. Был эште лә йәш театр һөйөүселәр ҡыҙыҡһынып башҡарҙы. “Театр – вешкалканан башлана, унда һәр саҡ ҡуйылған тәртиптәрҙе теүәл үтәргә кәрәк”, - тип тамамланы сараны Эльвира Ринат ҡыҙы.
Гөлнара Солтанова.