Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
27 Март 2022, 11:52

"Беҙ – гагаринсылар!"

Летчик-космонавт Ю.А. Гагарин кубогына олимпиада республикабыҙҙа балаларҙы иртә йәштән үк профориентация буйынса әҙерләгән проекттарҙың береһе.

"Беҙ – гагаринсылар!""Беҙ – гагаринсылар!"
"Беҙ – гагаринсылар!"

 

Проект талантлы йәштәрҙе Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына инеүгә лә булышлыҡ итә. Олимпиада йылдан-йыл популярлаша һәм унда ҡатнашыусылар һаны ла йылдан-йыл арта бара. Ойоштороу комитетының талабы буйынса башта балалар теркәлеү үтә һәм үҙенә яҡын булған 3 предмет буйынса башта олимпиаданың мәктәп этабында ҡатнаша. Призерҙар, еңеүселәр билдәле булғас, уларға муниципаль этапта ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Иң яҡшы һөҙөмтәләр буйынса республика кимәлендә бәйге башлана.

Республика туры йыл һайын юғары уҡыу йорттарында үткәрелә. Уҙған аҙнала Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙған ошондай бәйгелә Ҡариҙел районының Иҫке Этҡосто, Урғыш, Яңы Бәрҙәш һәм Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәптәренән 12 уҡыусы ҡатнашты. Төрлө предметтар буйынса республика туры 11 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Предметтар араһында башҡорт теле лә бар һәм уның 8 апрелдә уҙасаҡ республика этабына Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Зиннәтова Ирина саҡырылды.
Әйткәндәй, конкурс-олимпиада балалар баҡсаларының өлкән төркөмдә тәрбиәләнеүселәре араһында “Беҙ – Гагаринсылар!” исеме аҫтында ойошторолдо. Бында ла педагогтарыбыҙ иң талантлы кескәйҙәрҙе ҡатнашырға йәлеп итә алды. Мәҫәлән, “Физик культура” йүнәлеше буйынса Өфөлә уҙған йомғаҡлау этабында Ҡариҙел ауылының 2-се һәм 4-се балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре Ғилуанов Әмил һәм Мәхмүдийәрова Аделия үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Йәш спортсыларыбыҙ 5 төрлө ярышта үҙҙәрен күрһәтте. Ә бына тест һорауҙарына яуап биреү турында Аделиябыҙ конкурстың Республика этабы лауреаты тип танылды. 1-се балалар баҡсаһында шөғөлләнгән Дамир Әсләмов иһә “математика” йүнәлеше буйынса ҡатнашты һәм шулай уҡ лауреат исеменә лайыҡ булды. Кескәйҙәр май айында уҙасаҡ бүләкләү тантанаһына саҡырылды.

Гөлнара Солтанова.

"Беҙ – гагаринсылар!"
"Беҙ – гагаринсылар!"
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас