

Спекталде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер — Дим Ғәлимов, ҡуйыусы рәссам — Динария Карамова, тауыш операторы — Иван Щербинин.
Төп ролдәрҙе Ағзам Әйүпов, Алиса Дауытова, Миңзилә Ушиярова, Роза Ғәлимйәнова, Зилә Шәйхетдинова ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.
Театр коллективының сығышын Республика халыҡ ижады үҙәге вәкиле, Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмурзина баһаланы. Уның билдәләүенсә, һәүәҫкәр артистарҙың һәр береһе ролен күңелен һалып уйнай.
Был сәхнә әҫәрендә еңел булмаған тормош юлы үткән, үткәндәрен уйлап, үҙҙәрен йыуатыуҙан ҡасҡан, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә теләгән дүрт әхирәт тураһында яҡты, тетрәндергес, шул уҡ ваҡытта ябай тормош һүрәтләнә. Әхирәттәрҙең йәше үтеп барыуға ҡарамаҫтан, өмөттәре һүнмәгән. Бына өйлө кейәү пәйҙә була. Кемдең өлөшөнә төшөр көмөш ул? Әҫәрҙә күтәрелгән тема һәр быуын өсөн көнүҙәк: тормош хаҡында, һәр кемдең камил һәм камил булмаған ҡылыҡтары тураһында уйландыра...
“Бүләк”тәрҙе “халыҡ тетары” исемен уңышлы яҡлауҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Наилә Имаева.