

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылын һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылын асыуға арналған кисәлә район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы етәксеһе Риваль Сәлимов, район Мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Ғәйбәҙуллин ҡатнашты. Улар сығыш яһап, бындай байрамдарҙың быуындар бәйләнешен нығытыуын, кейемдәр аша мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙе билдәләне.
Яулыҡ — һәр ҡатын-ҡыҙ гардеробындағы иң кәрәкле баш кейеме, алмаштырғыһыҙ аксессуар ҙа. Сарала ойошторолған күргәҙмәлә уларҙың ниндәйе генә юҡ ине! Яулыҡтың ҡатын-ҡыҙ тормошондағы урыны, төрҙәре, ябыныу тәртиптәре тураһында әңгәмә, оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Яулыҡҡа арналған сараға Тәтешле районының Ураҙгилде ауылынан “Дәмен” удмурт фольклор ансамбле, Балтас районынан ҡунаҡтар килгәйне. Улар үҙҙәренең сағыу кейемдәре, йәнле концерт номерҙары менән хайран итте.
Сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.