

Халҡыбыҙға фольклор ижады сығанаҡтарын, рухи мираҫты таратыу, онотола барған йолаларҙы, йырҙарҙы тергеҙеү маҡсатында ойошторолған “Тере шишмәләр” район смотр-фестивале быйыл да киң ҡолас менән уҙа.
Район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Зәнилә Рыбина, халыҡ ижады төрҙәре буйынса баш методист Ирина Әхмәҙишина, күләмле саралар режиссеры Урал Мансуров составындағы жюри ағзалары ауыл мәҙәниәт усаҡтарына барып, фольклор коллективтарҙың сығыштарын баһалай.
“Смотр-фестиваль сиктәрендә үҙешмәкәр фольклор коллективтары йолалар сәхнәләштерә. Уларҙың сығыштары йыр-бейеүҙәр менән үрелеп бара. Шуныһы һөйөнөслө, йолаларҙы тергеҙеүҙә быуындар күсәгилешлеге һаҡлана. Сараларҙа балалар ҙа, йәштәр ҙә, оло апай-ағайҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Тимәк, йәш быуын халыҡ ижадын күреп, белеп, өйрәнеп үҫә. Фестиваль сиктәрендә ауыл уңғандарының — һәүәҫкәр артистарҙың ҡул эштәренән, улар бешергән милли ризыҡтарҙан бай күргәҙмәләр ҙә әҙерләнә. Рухи мираҫыбыҙҙы тергеҙеүҙә, һаҡлауҙа был да ҙур әһәмиәткә эйә. “Тере шишмәләр” март аҙағына тиклем барасаҡ һәм апрель башында Гала-концерт менән тамамланасаҡ”, — тип һөйләне Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимов.
Фестиваль сиктәрендә әлегә Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортоноң “Серҙәштәр” фольклор коллективы (етәксеһе Ф. Яруллина) — “Килен сәйе” йолаһын, Әмир ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тамсылар” фольклор коллективы (етәксеһе А. Ҡорбанова) — “Өләсәйем һандығы”, Билгеш ауыл мәҙәниәт йорто коллективы ( етәксеһе Ф. Шәмсетдинов) — “Ҡарға бутҡаһы”, Үршиҙе ауыл клубының “Гөлнәзирә” фольклор коллективы (етәксеһе А. Насырова) — “Орсоҡ өмәһе”, Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда (етәксеһе З.Шаймарҙанова) — “Йөн эшкәртеү “, Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортоноң “Умырзая” фольклор коллективы (етәксеһе З. Сәйфуллина) — “Бәпес күреү”, Үтәш ауыл клубының “Моң” фольклор коллективы “Ураҡ өҫтө”, Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор коллективы (етәксеһе З.Фәтихова) “Шәл байрамы” йолаларын сәхнәләштерҙе.
“Тере шишмәләр” район сморт-фестивале дауам итә һәм унда сығыш яһаясаҡ үҙешмәкәр артистаға уңыштар теләйбеҙ.
Наилә Имаева.