

Тамашасылар сәхнәгә сығыусы конкурсанттар: Илиза Низамованы (Ваныш ауылы), Алһыу Нафиҡованы ( Оло Баҙраҡ), Әминә Әхмәтдинованы (Борайҙың 2-се гимназияһы), Алина Ғәбделғәлимованы (Борай), Юлиә Талипованы (Борай 3-сө мәктәбе), Гүзәл Хәмәтнурованы (Борай 1-се мәктәбе), Юлиә Адыеваны (Ҡайынлыҡ), Альбина Муллаярованы (Силасау) көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Ҡыҙҙар үҙҙәренең һәләтен визит карточкаһы, дефиле-шоу, кулинар ярыш, ижади конкурста күрһәтте. Уларҙың сығышын компетентлы жюри ағзалары баһаланы. Һөҙөмтәлә барлыҡ ҡыҙҙар ҙа төрлө номинацияларҙа билдәләнде, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
“Яҙ гүзәле-2022” титулына Борай 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Талипова лайыҡ булды.
Гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Мирхәйҙәрова.