+30 °С
Болотло


Бишбүләк Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Рух. Дәрт. Моң” татар мәҙәниәте асыҡ төбәк фестиваленең гала-концерты үтте. Сығыштар һөҙөмтәһе буйынса Рәүфә Ғәлиева исемендәге Борай район Мәҙәниәт йортоноң “Наза” фольклор ансамбле (етәксеһе Эльмира Әйетова) “Фольклор ижад” номинацияһында 2-се дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде.
Шулай уҡ “Наза” фольклор коллективы бәйгене ойоштороусыларҙың махсус призына ла лайыҡ булды.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.