Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
7 Март 2022, 04:30

Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул

Асҡын район Мәҙәниәт йортоноң ҡурай буйынса педагогы Илмир Мәхийәнов Иҫке Ҡаҙансы ауылы уҡыусылары менән осрашты һәм милли уйын ҡоралында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау улҠурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул


Ниһайәт, районыбыҙ ҙа серле һәм тылсымлы ҡурай моңдарына сорналды...

Асҡын район Мәҙәниәт йортона эшкә килгән ҡурай буйынса һәләтле педагог Илмир Мансур улы Мәхийәнов йәш быуынды  халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралында уйнарға өйрәтеү буйынсаилһамланып, әүҙем эш башланы.

Балалар сәнғәт мәктәбендә был юҫыҡта дәрестәр алып барыуҙан тыш, Илмир Мансур улы районыбыҙ ауылдарында уҡыусылар менән осрашып, тылсымлы ҡурай тураһында һөйләй. Һәр ерҙә уҡытыусының  һәр һүҙен уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла тулы яуаптар алып ҡыуана. Илмир Мәхийәнов ҙур оҫталыҡ менән төрлө көйҙәр уйнап, шул иҫәптән заманса йырҙарҙы ла йырлатып, уҡыусыларҙы һоҡландырып, уларҙы халҡыбыҙ моңона сорнап, мәҙәниәтенә нығыраҡ алып инә. Оҫта педагогтың ҡырҙа үҫкән ҡурай үләненән бер нисә минут эсендә мең төрлө көй уйнарлыҡ тылсымлы уйын ҡоралына әйләндереүен балалар “аһ!” итеп, ғәжәпләнеп һәм һоҡланып күҙәтә.

Илмир Мансур улы үткәргән оҫталыҡ дәресе береһен дә битараф ҡалдырмай, залда ултырыусылар оҫта уйнаған көйҙәргә ҡушылып йырлай, һәр сығышын көслө алҡыштарға күмә. Был көндө һәр кемдең ҡурай менән яҡынданыраҡ танышырға, был уйын ҡоралында уйнарға өйрәнергә ҙур мөмкинселеге була.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Илмир Мәхийәнов Иҫке Ҡаҙансы күп функциялы мәҙәниәт йорто методисы Вәсилә Хәбибрахманова менән берлектә үткәргән был сара балалар күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдыраҠурай моңо балаларҙың күңелдәрен арбай,  милли рух, дәрт-дарман өҫтәй.

Оҫта ҡурайсынан  тәүге дәрестәр алған балалар араһында ла, бәлки, киләсәктә тыуған яғыбыҙҙы данға күмерлек бына тигән  ҡурайсылар сығыр! Афариндар!

Наилә Имаева.

 

Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас