Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Мәҙәниәт
17 Февраль 2022, 11:00

Бөрө музейында – кейеҙ картиналар күргәҙмәһе

"Ғабдулла Закир улының эштәренә һоҡланып бөтә алмайым..."

Бөрө музейында – кейеҙ картиналар күргәҙмәһеБөрө музейында – кейеҙ картиналар күргәҙмәһе
Бөрө музейында – кейеҙ картиналар күргәҙмәһе

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” төбәк проектына ярашлы, Бөрө тарихи музейында үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо.

Благовещен рәссамы Ғабдулла Закир улы Әхмәтшин Бөрө тамашасылары иғтибарына художестволы кейеҙ техникаһында башҡарылған картиналарын тәҡдим итте. Уның һүрәттәре төрлө төҫкә буялған тәбиғи йөндән яһалған панноларҙы тәшкил итә. Картиналарҙа башҡорт халыҡ әкиәттәренән, Ғабдулла Туҡай әҫәрҙәренән, “Урал батыр” эпосынан персонаждар һәм сюжеттар сағылдырылған. Унда Шүрәлене, Һыу инәһен, ҡанатлы Аҡбуҙатты һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.

Йомшаҡ, йылы төҫтәргә мансылған кейеҙ ҡараштарҙы иркәләй, ә фольклор темаһына һүрәттәр ҡабатланмаҫ үҙенсәлеклелеге менән һоҡландыра. Кейеҙ күргәҙмәһе  тыуған яҡтың бай тарихы, сағыу мәғәниәте хаҡында мәғлүмәт тупларға ярҙам итә.

“Кейеҙ балаҫтар, кейеҙҙән яһалған бүтән әйберҙәр XIV быуатта уҡ билдәле булған. Беҙҙең үткәнебеҙ ҙә, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Ғабдулла Закир улының эштәренә һоҡланып бөтә алмайым. Рәсәй буйлап төрлө күргәҙмәләрҙә булырға тура килде. Беҙҙең рәссамдың күргәҙмәһе донъя стандарттарынан бер ҙә ҡалышмай”, – тине сараға килгән Әлфиә Густова.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/220353

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Бөрө музейында – кейеҙ картиналар күргәҙмәһе
Бөрө музейында – кейеҙ картиналар күргәҙмәһе
Автор:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-17/b-r-muzeyynda-keye-kartinalar-k-rg-m-e-2696556
Читайте нас