

Ысынлапта мөхәббәт - ул изге тойғо. Онотолмаҫ хистәр,кисерештәр. Йөрәктә мәңге һаҡланыр илаһи моң. Һәр кем мөхәббәт тигән икһеҙ-сикһеҙ йыһанды гиҙгән, мөхәббәт тигән татлы, бер үк ваҡытта тоҙло ла шишмәне эскән, Мөхәббәт тигән буй етмәҫ бейек тә, шулай уҡ һикереп кенә сыҡмалы тауҙы иңләгән...
Мөхәббәт кешене, Кешелекте йәшәткән, йәшнәткән, йәшәтә, йәшнәтә...
Концерт дуэт йырсылар башҡарыуында мөхәббәт тураһында шиғырҙар һәм йырҙар менән үрелеп барҙы.
Гөлназ Ғәлләмова.