

2022 йылдың февралендә Башҡортостанда «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале башланды.
Проект һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Тәүге һайлап алыу туры 2022 йылдың мартына тиклем республиканың муниципаль берәмектәрендә ойошторола. Унда, тематикаһы һәм жанры сикләнмәгән, милли, ватан һәм сит ил драматургияһының иң яҡшы өлгөләре буйынса спектаклдәр менән Башҡортостан Республикаһы коллективтары ҡатнаша.Коллективтарҙы онлайн ҡарау, шулай уҡ спектаклдәрҙе Мәҙәниәт.РФ порталында ҡарау мөмкин. Балтас районында милли театрҙар фестивале 13 февраль көнө сәғәт 17.00 үтә.
"Балҡыш" халыҡ театры Уильям Шекспирҙың "Король Лир" спектаклен тәҡдим итәсәк.
Гөлназ Ғәлләмова.