Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
11 Февраль 2022, 03:20

Яулыҡ – тыныслыҡ символы

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Яулыҡ – тыныслыҡ символы” халыҡ-ара фестивале халыҡ ижады смартмобына ҡушылды.

Яулыҡ – тыныслыҡ символыЯулыҡ – тыныслыҡ символы
Яулыҡ – тыныслыҡ символы

 


Республикабыҙҙың барлыҡ мәҙәниәт селтәрҙәрендә әлеге ваҡытта “Яулыҡ – тыныслыҡ символы” халыҡ-ара фестивале халыҡ ижады смартмобын иғлан итте.

 

Әйтергә кәрәк, III “Яулыҡ – тыныслыҡ символы” халыҡ-ара фестивале 5 февралдә Көйөргәҙе районында үткәрелергә тейеш ине. Тик эпидемиологик хәлдәр арҡаһында ойоштороусылар үткәрелеү ваҡытын яҙға тиклем кисектереп торҙо. Шуға ла социаль селтәрҙәрҙә яулыҡ ябынған күркәм ханымдар, ижади коллективтар фотолары билдәле #платоксимволмира#РЦНТ#МКРБ
#мойплатокмояРоссия#годкультурногонаследия#поддерживаюФестивальПлатка хештегтары аҫтында көндән-көн арта бара. Ә халыҡ ижады смартмобы иһә яулыҡтар менән сығыш яһаусы ижади коллективтарҙың видеояҙмаһынан ғибәрәт.
Ҡариҙел районының Магинск күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре был сараға әүҙем ҡушылды, һәр хеҙмәткәр, “Рябинушки” рус халыҡ вокаль ансамбле ҡатнашыусылары үҙҙәренең матур яулыҡтарын күрһәтте.

Гөлнара Солтанова.

Яулыҡ – тыныслыҡ символы
Яулыҡ – тыныслыҡ символы
Яулыҡ – тыныслыҡ символы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас