Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль 2022, 08:25

Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе

Ҡариҙел район мәҙәниәте бүлеге алып барған “Быуаттар төпкөлөнән” онлайн-фестивалендә Яңы Муллаҡай ауылы мәҙәниәт һарайы методисы Дамир Солтанов ҡатнаша. Ул ауылдарының ғына түгел тотош район мөғжизәһе һаналған тау тураһында һөйләй.

Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе
Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе



Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе

Ҡариҙел районының Муллаҡай һәм Яңы Муллаҡай ауылдары араһында Пермь крайынан, Асҡын районынан ағып төшкән Төй һәм Сарс йылғалары ҡушыла. Улар кем уҙарҙан ярышып. оло апайҙары – Ҡариҙел ҡосағына ташлана (картала Өфө йылғаһы). Бына ошо тәңгәлдә мәғрур ҡая – Ыйыҡтау күккә һуҙылған. Халыҡ легендаларына күҙ һалһаҡ, тау аҫтында мәмерйә барлығы бәйән ителә. Таш ҡыуышында боронғо башҡорттар табыныу культын башҡарған. Хәҙер был мәмерйәләр күренмәй, әммә бынан күп йылдар элек ололар тауҙың алдынан да, артынан да емерелеп бөткән ҡыуышлыҡтар барлығын белдергән.
Крайҙы өйрәнеүсе Фәнис Нурмөхәмәтов та был тауға бәйле легендаларҙы яҙма мәғлүмәттәргә таянып тикшергән. Имеш, был ерҙә байҡы һәм балыҡсы ырыуҙарының ата-бабаһы ерләнгән – ул легендар Ҡараса-ғәзиз. Күренекле Ғәли Соҡоройҙоң улы башҡорт мәғрифәтсеһе Ғарифулла Кейеков билдәләүенсә, изге ҡәбер Муллаҡай ауылы янында Ҡариҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан. Беҙҙең яҡтарҙы 1909 йылда гиҙгән был мәғрифәтсе урындағы халыҡтан Ыйыҡтауҙың көнсығыш битләүендә шәм һымаҡ баҙлап ҡына ут килгәне һәм унан талғын ғына шишмә аҡҡаны хаҡында яҙып алып ҡалдырған. Изге шишмә әле лә аға икән.
Тағы ла башҡорттар ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр мәжүси булған һәм 12 нәмәгә: ҡыш, йәй, ямғыр, ел, ағастар, ат, ҡоштар, һыу, көн, үлем, йәшәү һәм ергә табынып йәшәгән, улар был есемдәрҙе көслө һәм серле иҫәпләгән. Бындағы элекке дәүерге башҡорттар ҙа ошоно иҫәпкә алып, Төй йылғаһы янында мәғрур Ыйыҡтауға табынғандар. Ошонда уҡ улар бөйөк Тәңрегә йорт хайуандарын ҡорбанлыҡҡа килтергәндәр. Быуаттар төпкөлөндә Ғарифулла Кейеков яҙып ҡалдырыуынса, бында боронғо һөйәктәр табылыуы ошо фактты нигеҙләй.
Ыйыҡтау – бөгөн Ҡариҙел районы мөғжизәләренең береһе, туристарҙың яратҡан урыны. Шулай булмайса, өс йылға ҡушылып, мәңгелек ҡуйы урман уратҡан Ыйыҡтау әллә ҡайҙан һине саҡырып тора бит.

Гөлнара Солтанова.

Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе
Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе
Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе
Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе
Ыйыҡтау – Ҡариҙел мөғжизәһе
Читайте нас: