Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
28 Ғинуар 2022, 14:20

Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла

Ҡариҙел районына эш сәфәре менән мәҙәниәт министры урынбаҫары килде.

Мәҙәниәт усаҡтары яңыртылаМәҙәниәт усаҡтары яңыртыла
Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла


Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы Мөхйәнов бөгөн Ҡариҙел районына эш сәфәре менән килде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров, мәҙәниәт бүлеге мөдире Руслан Рөстәм улы Булатов, район Мәҙәниәт һарайы директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйенов менән бергәләп улар “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән һәм яңыртылған мәҙәниәт усаҡтарын ҡарап сыҡты. Ҡунаҡты бигерәк тә Ҡариҙел ауылындағы “SMART - яңы быуын китапханаһы”, Яугилде ауылында төҙөлөп ятҡан яңы клуб ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ район Мәҙәниәт һарайы, Балалар сәнғәт мәктәбе, Байҡы ауылындағы тарих-крайҙы өйрәнеү музейы буйлап экскурсия ойошторолдо.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы Мөхйәновтың иғтибарын тәүгеләренең ныҡлы матди-техник базаһы йәлеп итте. Руслан Рөстәм улы Булатов уға район мәҙәниәтенең ниндәй һулыш менән тын алғаны, уңыштары, хаҡында һөйләне һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Гөлнара Солтанова.

Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла
Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла
Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас