Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2022, 15:05

Яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ!

Гөлфиә Зыязетдин ҡыҙы Шәисламова Балтас район Мәҙәниәт йорто директоры вазифаһына тәғәйенләнде.

Яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ!
Яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ!

Гөлфиә Зыязетдин ҡыҙы  балтастарға яҡшы таныш. Ул 20 йылдан артыҡ район Мәҙәниәт йортонда фиҙаҡәр хеҙмәт һала. Методист, режиссер, һуңғы йылдарҙа художество етәксеһе вазифаларын намыҫ менән башҡара. Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ та халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә, тарихын өйрәнеүгә, милли йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә.

“Йәнтөйәк” гәзитенең тоғро дуҫы, яҡташыбыҙ, Асҡын районының Әмир ауылы ҡыҙы Гөлфиә Шәисламоваға яңы вазифала яңынан-яңы уңыштар, ижади ҡаҙаныштар, асыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: