Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2022, 18:30

500 мең һум субсидия алды

Ауыл еренә эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре дәүләт ярҙамын алды.

500 мең һум субсидия алды
500 мең һум субсидия алды

Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусы Марина Накарякова «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 500 мең һум субсидия алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы үткән йыл бойомға ашырыла башланы.

«Муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары һәр кемгә торлаҡ йәки ер участкаһы һатып алыу өсөн 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған компенсация рәүешендә субсидия биреүҙе күҙ уңында тота, – ти мәҙәниәт министры. – Ярҙам мәҙәниәт өлкәһендә һөнәри белемгә эйә булған 35 йәшкә тиклемге белгестәргә күрһәтелә. Улар — 2018 йылдан ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән мәҙәни-ял учреждениелары, китапханалар, музейҙар, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биргән уҡытыусылар».

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: