Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2021, 10:30

Гармунсылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте

Балтас район Мәҙәниәт һарайында   “Пушкин картаһы” проекты буйынса   “Уйна, гармун!”  тип аталған   оҫталыҡ дәресе үтте.  

Гармунсылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте
Гармунсылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте

14 декабрҙә йәштәр өсөн “Уйна, гармун!” исеме аҫтында  оҫталыҡ дәресе үтте.  Уҡыусыларҙы  халыҡ уйын ҡоралдары һәм уларҙа  көйҙәр башҡарыу үҙенсәлектәре менән “Моң” халыҡ тальянсылар ансамбле етәксеһе Шаһит Фәрхуллин таныштырҙы.

Виртуоз гармунсылар, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Илшат Нурҡаев һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәлләмов тальян һәм баянда халыҡ көйҙәрен башҡарҙы.

 Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Гармунсылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте
Гармунсылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте
Читайте нас: