Ул "Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто" номинацияһында юғары дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Республика конкурсы ауыл биләмәләрендә урынлашҡан муниципалитет учреждениелары араһында үткәрелде.
Конкурс комиссияһы иғтибарына Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң "Әхирәттәр" фольклор коллективы "Килен төшөрөү" йолаһын күрһәтте.
“Килен төшөрөү”, “Килен менән кейәүгә теләктәр теләү”, “Килен бирнәһе”, “Киленде бейетеү”, “Һыу юлы башлау” кеүек йолалар бик тә матур итеп тергеҙелде һәм береһе артынан береһе теҙелеп кенә барҙы
Һеҙгә артабан да яңы үрҙәргә ирешергә һәм яңы ижади идеялар теләйбеҙ! Уңыштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.