Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2021, 21:40

Ҡул эштәре күргәҙмәгә йәм өҫтәне

Район Мәҙәниәт йорто асылыу тантанаһында ойошторолған күргәҙмәлә Асҡындан Фәридә һәм Ғәйнетдин Хөснөтдиновтар ҙа ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең ҡул эштәре менән һоҡландырҙы

Ҡул эштәре күргәҙмәгә йәм өҫтәне
Ҡул эштәре күргәҙмәгә йәм өҫтәне

Ғәйнетдин ағай — ағас эше, ә Фәридә апай кейеҙ баҫыу оҫтаһы. Уларҙы районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Был ғаилә районда үткән бер генә күргәҙмәнән дә, ҙур саранан да ситтә ҡалмай. Хөснөтдиновтар ҙур теләк менән өйрәнгән шөғөлдәренең серҙәрен бүлешә, һәр саҡ оҫталыҡтарын камиллаштырып тора. Улар “Халыҡ оҫтаһы” тигән маҡтаулы исемде лә лайыҡлы йөрөтә.

Күргәҙмәлә сара ҡунаҡтары Фәридә апайҙың кейеҙҙән эшләнгән келәмдәре, картиналары, Ғәйнетдин ағайҙың ағас эшләнмәләре менән танышты.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: