Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2021, 17:05

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Асҡын районының яңыртылған Мәҙниәт йортон асыу тантанаһында төҙөлөшкә, район һәм мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индереүселәргә төрлө кимәлдәге наградалар тапшырылды.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән - «БашАльянсСтрой» йәмғиәте генераль директоры Владимир Петрович Зубов,

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Почет грамотаһы менән - «Танып» шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары менән Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вячеслав Сергеевич Пантелеев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Тәлғәт улы Шәйбәков, танылған йырсы Вилдан Мират улы Абраров, Балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Олеся Святославовна Аширкаева, өҫтәмә белем биреү педагогы Марат Рәмил улы Аширкаев бүләкләнде.

Асҡын районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәһәметдин ҡыҙы Фәхрисламова менән Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсыһы Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙы Ғәфүрйәнова лайыҡ булды.

Ҙур сәхнәнән район мәҙәниәт усағын яңыртыуға тос өлөш индереүселәргә лә йылы һүҙҙәр күп әйтелде.

Наилә Имаева.

 

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Читайте нас: