Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2021, 11:15

Ҡурай, ҡубыҙ моңон тыңланылар

Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында балалар башҡорт милли уйын ҡоралдары менән таныша

Ҡурай, ҡубыҙ моңон тыңланылар
Ҡурай, ҡубыҙ моңон тыңланылар

Тәрбиәселәр Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Ғәлләмова, Эльза Юныс ҡыҙы Әфтәхова, Эльвира Ҡәҙим ҡыҙы Фазлетдинова “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” дәресендә балаларҙы башҡорт милли уйын ҡоралдары менән таныштырҙы. Сара үтелгән темаларҙы нығытыу, яңы һүҙҙәр өйрәнеү, яңы уйын ҡоралдары менән танышыу, балаларҙың тел байлығын арттырыу, уларҙа башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторола.

Балаларҙы ҡурай, ҡубыҙ менән таныштырғандан һуң Эльза Юныс ҡыҙы ҡубыҙҙа уйнап та күрһәтте, ҡурай моңдарын тыңланылар. Тәрбиәселәр башҡорт көнкүреше мөхитендә биҙәлгән бүлмәлә малайҙар һәм ҡыҙҙар милли мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы өйрәнһен өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

Илһөйәр Махатова.

Ҡурай, ҡубыҙ моңон тыңланылар
Ҡурай, ҡубыҙ моңон тыңланылар
Ҡурай, ҡубыҙ моңон тыңланылар
Ҡурай, ҡубыҙ моңон тыңланылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: