Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2021, 16:45

Байрамға матур бүләк

Ҡариҙел районының Мәҙәниәт һарайы артистары тура эфирҙа концерт менән сығыш яһаны, ул интернет селтәрендә күрһәтелде

Байрамға матур бүләк
Байрамға матур бүләк

«Сәнғәт берләштерә» девизы аҫтындағы байрам программаһы «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үтте. Тамашасыларҙың яратҡан йырҙарын «Дуҫтар», «Вдохновение» ансамблдәре, Балалар сәнғәт мәктәбенең «Гармония» өлгөлө балалар хорының өлкән төркөмө башҡарҙы. Солистар З. Ҡотдосова, З. Рәхмәтова, Г. Әхмәрова, Э. Ғәбдинурова, К. Гордиенко, В. Гагилева, М. Мәҡсүтов, Р. Нуртдинов, М. Хөсәйенов лирик һәм дәртле композициялар тәҡдим итте. «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле  дәртле бейеү менән сығыш яһаны. Ф. Ҡотдусов татар көйҙәренән попурри башҡарҙы.

Тиҙҙән эпидемиологик хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер һәм артистар менән киләһе осрашыуҙар ғәҙәти  формата, тулы аншлагта үтер тип ышанғы килә.

Люция Карамова.

Байрамға матур бүләк
Байрамға матур бүләк
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: