Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2021, 12:00

Балалар Алп батыр менән дуҫлашты

Йәш бөрөләр башҡорт әкиәттәре буйынса йәнһүрәттәр төшөрә

Балалар Алп батыр менән дуҫлашты
Балалар Алп батыр менән дуҫлашты

“Умникум” үҙәгенең анимация студияһы Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә балалар өсөн асыҡ ижади дәрестәр ойошторҙо.
Гәзит хәбәрселәре башҡорт халыҡ әкиәте Алп батыр буйынса балаларҙың коллектив композиция төҙөгәнен күҙәтте. Башта малайҙар һәм ҡыҙҙар, йәки сценарий яҙыусылар, әкиәттең йөкмәткеһе менән яҡындан танышты. Уның сюжеты бик мауыҡтырғыс.
— Борон-борон заманда Ағиҙел буйында бер бабай менән әбей йәшәгән, уларҙың балалары булмаған. Быға бик ҡайғырғандар. Бабай бер көн уҡ-һаҙағын алып, балтаһын билгә тағып, сығып киткән. Бер тау битләүендә ял итергә ултырған. Ултыра торғас, йоҡомһорап киткән һәм төшөндә тауҙың хужаһынан үҙенә ул һораған. Ләкин тау хужаһы улы тыуһа, үҙе үлергә тейешлеген әйткән. Бабай риза булған. Таш эсенән, тауҙы ярып, бик таҙа бер егет килеп сыҡҡан,— тип һөйләй башланы бер ҡыҙ.
— Егет бик мөһабәт, ҙур кәүҙәле икән, — тип уның һөйләүен икенсе бер малай дауам итә. — Бармаҡтары беләктәй, ти, уның. Беләктәре бүрәнәләй, аяҡтары кәмәләй, яурыны яландай киң, кәүҙәһе имәндән ныҡ, ти. Атаһы үлгәс, донъя гиҙеп йөрөгәндә егет үҙе кеүек ҙур кәүҙәле ҡыҙҙы осратҡан. Ҡыҙ егеттең исемен һорағас, егет аптырап ҡалған. “Атайым үлер алдынан ғына «Алп» тине”, – тигән. Шунан ҡыҙ: “Улай булғас, һин Алп батыр булаһың инде. Әгәр ҙә көрәштә мине еңә алһаң, мин һиңә ҡатынлыҡҡа барам”, – тигән. Улар ете көн көрәшеп, көс һынашҡан. Егет ҡыҙҙы еңгән. Ҡыҙҙың исеме Барһынһылыу икән. Шунда былар ҡауышҡан, туй үткәргән, бергә тора башлаған. Уларҙың ете улы тыуған. Ошо ете улдан ете башҡорт ырыуы башланып киткән, ти. Ошо ете ырыу Урал буйын биләп йәшәгән. Алп батыр аяҡ баҫҡан ете аҡлан ырыуҙарҙың йәйләүе булып ҡалған.
Балалар ҡулында — пластилин һәм ҡағыҙ, ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй, күҙҙәре янып тора. Һәр береһе үҙен рәссам, дизайнер һәм йәнһүрәт төшөрөүсе итеп хис итә. Студия етәкселәре Павел Попов менән Агреппина Шәмсетдинова ижади эште күҙәтеп тора, һәр береһенә кәрәк урында кәңәш бирә. Ваҡыт-ваҡыт: “Минеке килеп сыҡтыыы!” — тигән шатлыҡлы ауаздар яңғырай.
Йыл буйына студияла шөғөлләнеүсе балалар һәм ҡунаҡтар республиканың географик торошо, уның символикаһы, һуғыш геройҙары, тыуған яҡтың тәбиғәт һәм мәҙәни ҡомартҡылары, билдәле шәхестәре менән танышты. Улар Башҡортостан тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы.
Степан Чиглинцев фотоһы.

Авторы Ольга Платонова.

Балалар Алп батыр менән дуҫлашты
Балалар Алп батыр менән дуҫлашты
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: