Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Август 2021, 16:49

Өфөлә легендар комдив тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында роман баҫылды. Китап 3,5 мең дана тираж менән «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналдың яңы һанында тулыһынса баҫылып сыҡты. Журнал легендар комдивтың тыуған көнө алдынан донъя күрҙе.

Өфөлә легендар комдив тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе
Өфөлә легендар комдив тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе

«Генерал Шайморатов» тарихи романын яҙыу өсөн төп этәргес көс — Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ һәм киләсәк быуындар өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған ата-бабаларыбыҙҙың рухтары алдында беҙҙең быуындың һәм шәхсән үҙемдең оло бурысымды таныу булды», — ти роман авторы Флүр Ғәлимов. Китап яҙыу өсөн уға һуғыш темаһын, уның сәбәптәрен төптәнерәк, тәрәнерәк өйрәнергә, эҙләнергә тура килгән.

Флүр Ғәлимов — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге премия лауреаты. Яҙыусының башҡорт әҙәбиәтен яңы темалар, геройҙар менән байытҡан «Яңы башҡорт» романы һәм «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы республика тәнҡитселәренең һәм Рәсәй әҙәбиәтселәре Лев Аннинскийҙың, Чечняның халыҡ яҙыусыһы, Чечня Фәндәр академияһы академигы Канта Ибраһимовтың һәм башҡаларҙың юғары баһаһын алды.

«Ағиҙел» журналының әлеге һанында Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған башҡа материалдар ҙа урын алған. Атап әйткәндә, Совет майҙанында ҡуйылырға тейешле һәйкәл проекты тураһында мәғлүмәт, Рәсәй Геройы Йондоҙоноң фотоһүрәттәре.

 

https://www.bashinform.ru/news/1634436-v-ufe-izdan-roman-o-legendarnom-komdive-general-shaymuratov/  

Ләйлә Аралбаева
Теги: әҙәбиәт
Өфөлә легендар комдив тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе
Өфөлә легендар комдив тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе
Автор:
Читайте нас: