Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Август 2021, 17:13

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп

Балтас районы мәҙәниәт бүлеге методик кабинеты Мағашлы- Алмантай ауыл клубында “Мари халҡы мәҙәниәте һәм традициялары” тигән темаға семинар-практикум үткәрҙе

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп
Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп

Сарала мари милли кейеме һәм ризыҡтары күргәҙмәһе ойошторолдо. Клубтың мәҙәни  саралар ойоштороусыһы Лариса Кузьмина мари биҙәктәре тураһында һөйләне. Иванай ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Альбина Йәнгирова “Подкогыльо” (эре варениктар) бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. “Ужара” мари халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Әлфинә Алексеева мари халҡы ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы, милли уйындар уйнатты. Мишкә ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Алия Захарова көнкүрештәге ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында бәйән итте, бала тыуғас башҡарыла торған йлоа менән таныштырҙы. Ҡатнашыусылар иғтибарына Уғыҙ байрамы видеопрезентацияһы тәҡдим ителде.

Аҙаҡта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре мари бейеүен башҡарҙы.

Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп
Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп
Автор:
Читайте нас: