Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2021, 22:20

Сарс буйын яңғыратып...

Ауылдаштарҙы осраштырған, күрештергән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы шәмбе көндө Сураш ауылында гөрләп уҙа.

Сурашта байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осраша.

Байрамға йыйылыусыларҙы Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе һәм ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина ла сураштарҙың байрам ҡыуанысын уртаҡлашырға килгәйне. «Бик кәрәкле байрам, быуындар бәйләнеше нығый, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса ла бик әһәмиәтле. Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тигәндәй, һәр кем үҙ туғандары, дуҫтары менән осраша, уларҙың ғаиләһе, балалары менән таныша, аралаша», тип, был байрамдың әһәмиәтен билдәләп, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләне", - тип хәбәр итте ауыл клубы методисы, байрамды ойоштороуҙа ҙур көс һалыусы Зөлфинә Ғәлиуллина.
Байрамды Фәнүзә Хөсәйенова менән Зөлфинә Ғәлиуллина алып бара. Зөлфиә Әбделмәнова менән Ралия Гәйбәдуллина башҡарыуында йыр һәм Айгөл Насертдинованың бейеүе ауылдаштарына байрам бүләге була.
Артабан сағыу концерт программаһы менән Сураш ауылы егете, бөгөн инде танылған йырсы һәм композитор Жәлил Ғәйбәдуллин үҙенең ижадташ дуҫтары менән сығыш яһай.
Күңелле йыр-моңдар менән бергә халыҡ уйындары, спорт ярыштары үтә. Уларҙы ойоштороп үткәреүҙә Гөлүсә Дилмөхәмәтова, Зөлфинә Ғәлиуллина, Земфира Насертдинова, Элиза Ғәлиуллина, Айнур Ғайсин, Зинфир Тәҡиуллин күп көс һала.
Наилә Имаева.


Читайте нас: