Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май 2021, 15:07

«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә республикала алкоголь һатылмай

22 майҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә, Башҡортостанда алкоголь һатылмай, тип хәбәр иттеләр республика Сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә республикала хәмер һатыу тыйылған. Быйыл мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамы 22 майҙа була. Тантаналы линейкалар уҙғарыу көнөн Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим итте», — тип белдерҙеләр министрлыҡта һәм был тыйыуҙың магазиндарҙа алкоголь һатыуға ғына ҡағылыуы тураһында әйттеләр.
Бындай сикләү дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай.
Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә – продукцияны конфискациялау менән бергә йәки унһыҙ 100-300 мең һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем байрамында һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә лә Башҡортостанда иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнә.
Галина Бахшиева
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: