Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
5 Май 2021, 07:11

Акция бик күңелле үтте

Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылында “Мишәр маланы" акцияһы сиктәрендә балан үҫентеләре ултырттылар.

Балтас районында “Мишәр маланы” тип исемләнгән акция ойошторолдо. Балтас районының 14 мишәр ауылында балан, мишәрсә әйткәндә малан ултыртыу сараһы клубтар, мәҙәниәт йоттарында һәм башҡа йәмәғәт урындарында үтте. Шулай уҡ Түбән Ҡарыш ауылы паркында ла балан үҫентеләре ултыртылды.
Акцияла Түбән Ҡарыш ауыл биләмәһе, ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, Юғары Ҡарыш урта мәктәбе етәкселеге, район мәҙәниәт бүлеге етәкселеге, ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Артабан сараны район Мәҙәниәт һарайы “Етегән шишмә” эстарада-фольклор коллективы йыр-моңдар менән биҙәне.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас