Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Мәҙәниәт
29 Апрель 2021, 13:14
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһын ойоштороусылар йомғаҡ яһаны
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында республиканың барлыҡ райондары һәм ҡалалары, Рәсәйҙең 18 төбәге, донъяның 13 иле ҡатнашты. Башҡорт ҡоролтайында ошондай мәғлүмәттәр яңғыраны.
Рәсәй төбәктәре араһында – Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Пермь, Алтай, Приморье крайҙары, Яҡут (Саха), Татарстан Республикалары.
Сит илдәге яҡташтарыбыҙҙан 7504 эш ҡабул ителгән. Улар – Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ-та йәшәүселәр.
Диктантта барлығы 321 782 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 159 510-ы телде башланғыс кимәлдә белә, 106 794-е иркен аралаша, 55 478 кеше башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған.
Акцияның иң бәләкәй ҡатнашыусыһы Арыҫланбәкова Айнагөлгә 5 йәш, ул Күгәрсен районынан. Ә иң оло ҡатнашыусы – Өфө ҡалаһынан 90 йәшлек Ләлә Биишева.
Диктант яҙғандарҙың һәр береһенә сайттағы шәхси кабинетҡа йә электрон почтаға электрон сертификат ебәрелә.
https://
www.bashinform.ru/news/1589162-organizatory-mezhdunarodnogo-diktanta-po-bashkirskomu-yazyku-podveli-itogi/
Ләйлә Аралбаева
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"