Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Эльвира Шәйҙуллина менән Розалия Арысланова — ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, килендәре. Бар үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.
Эльвира Шәйҙуллина Оло Шаҙы ауылында тыуып үҫә. 1985 йылда ауылдашы Венер Зәки улы менән ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Оло улдары Айҙар Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Уртансы улдары Вадим өйләнгән, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Эмма Башҡорт дәүләт медицина университетының 4-се курсында белем ала. Киләсәктә балалар табибы буласаҡ.
Эльвира Әмирйән ҡыҙы хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында башлай, унан мәктәптә уҡыта. Күпмелер йыл ауылдың Хеҙмәт һәм хәрби дан музейын етәкләй. Әлеге ваҡытта ауыл клубында мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булып эшләй. Оло Шаҙы ауылының “Аҡ шишмә” фольклор ансамбле составында республика “Шәжәрә”, “Салауат йыйыны” байрамдарында һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнаша. Район смотрҙарында ла сығыш яһайҙар. Ауыл халҡы өсөн төрлө концерт-кисәләр ойошторорға тырышлығын, көсөн йәлләмәй ул.
Эльвира Шәйҙуллина бәләкәйҙән бейеү менән мауыға. Мәктәп йылдарында төрлө мәҙәни сараларҙа сығыш яһай. Бейеүгә һөйөүе уның һаман да һүнмәгән. Розалия Арысланова менән икәүләп яңы бейеүҙәр һалып, сәхнәгә сығаралар. Розалия Арысланова күрше Ҡалмаҙан ауылы ҡыҙы. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫәләр. Бала сағы Оло Шаҙы ауылында үтә. Мәктәпте тамамлағас, Бөрө ҡалаһының кооператив техникумына уҡырға инә. Диплом алғас, колхозда ашнаҡсы булып эшләй. 1996 йылда Оло Шаҙы егете Илфак менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Уңған килен ул таба тигәндәй, өс малайға ғүмер бирә. Улар тормош иптәшенә ярҙамсы, ҡул араһына ингән инде. Ҙурыһы мәктәпте тамамлаған, студент. Икенсе улдары — 9-сы, төпсөктәре 5-се класта уҡый. Малайҙар нәҫел тамырҙарын өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына. Тормош иптәше Илфак Латип улы — ауыл клубы директоры. Әлеге ваҡытта Розалия Арысланова магазинда һатыусы булып эшләй. Уңған хужабикә бешеренергә ярата. Аҙбар тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Йәйен бесән, миндек әҙерләү, еләк-емеш йыйыу менән мәшғүлдәр. Малайҙар менән заказ буйынса еләк-емеш йыйып һаталар. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, аҙыраҡ ял итергә яратҡан шөғөлө ярҙам итә. Бейеүгә ғашиҡ ул.
— Бейеүгә һөйөү бәләкәй саҡтан килә. Әсәйем беҙгә костюмдар тегә ине. Бейергә лә ул өйрәтте. Балалар баҡсаһында уҡ ҙур сәхнәгә сыға инем. Төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарҙым. Әммә күңелгә ятҡаны — башҡорт, татар бейеүҙәре. Ниндәй генә матур бейеүҙәр булмаһын, үҙебеҙҙекеләргә етмәй. Ошо бейеүҙәр аша халҡым үҙенең тормош-көнкүрешен сағылдырған, — ти Розалия Нәзиф ҡыҙы.
Әйткәндәй, тормош иптәше Илфак Латип улы ла сәнғәткә ғашиҡ кеше. Уның үҙенсәлекле, моңло тауышын бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел. Район концерттары унан башҡа үтмәй. Илфак Арысланов — вокал буйынса район конкурстары лауреаты.