Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
14 Апрель 2021, 10:17

Балтас артистары — Силәбелә

Балтас районының “Балҡыш” халыҡ театры Флорид Бүләков пьесаһы буйынса “Шайморатов – генерал” спектаклен күрһәтә.

«Шайморатов - генерал» спектакленың ҡуйылышы бик уңышлы булды. Легендар комдив тормошоноң куңел йыртҡыс тарихи ваҡиғалары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырлығы һәм ғәҙәти булмаған режиссерлыҡ хыялы бер генә тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.
Спектаклдең режиссеры Редик Ғәниев әйтеүенсә, юғары нәтижә - ул артистарҙың ролдәренә тура килеүе менән бәйле. Һәр башҡарыусы үҙ геройының бөтөн кисерештәрен тойоп, ролгә инә алды.
2019 йыл аҙағында спектакль «Тамаша» театр коллективтарының республика фестивалендә Гран-приға эйә булды. Ә уҙған йыл үҙешсән театр коллективтарының Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған республика видео-конкурсында ул шулай уҡ республикала иң яҡшыһы тип табылды һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Быйыл спектакль инде Бөтә Рәсәй дәрәжәһендәге конкурсҡа дәғүә итә. Дистанцион һайлап алыу туры уңышлы уҙҙы. Рәсми саҡырыу килде. Хәзер инде әҙерлек эштәре һәм репетициялар яңынан башланды. Конкурс 17-18 апрелдә Силәбе ҡалаһында уҙасаҡ.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас