6 апрель — төрлө төҫтәге таҫмалар көнө. Төрлө төҫлө таҫмалар мөхәббәт, бәхет, тыныслыҡ һәм изгелекте сағылдыра.
Ошо көн уңайынан Түбән Һикеяҙ ауылындағы "Ләйсән" балалар баҡсаһында бик матур, сағыу байрам үткәрҙеләр. Тәрбиәсе Леонида Нәҡи ҡыҙы Гәрәйшина таҫмаларҙың төрлөлөгө тураһында һөйләп (оҙон,ҡыҫҡа,тар,киң), бергәләп төҫтәрҙе өйрәнделәр. "Буталсыҡ", "Карусель" уйындары уйнап, таҫма менән бейеү бейенеләр.