Үҙешсән артистарҙың актерлыҡ оҫталығын ҡарап һоҡланырға был көндө бик күп кеше йыйылды.
Һөнәри оҫталығы, бай репертуары менән “халыҡ коллективы” исеме алған төркөм 2001 йылда барлыҡҡа килде. Гүзәлиә Әхмәрова етәкселегендә татар һәм рус труппаларында театр сәнғәтен яратыусылар шөғөлләнә.
Үҙешсән актерҙар Г.Әхмәрова, Ф. Хаматов, Р.Кашапова, Р.Нуртдинов, З.Исламғәлиева, Ф.Шәңгәрәев, Ф.Әхәтов, Р.Лотфуллина, К.Хәсәнова Туфан Миңнуллиндың “Хуш булығыҙ, осрашмабыҙ”, Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах менән” әҫәрҙәренән өҙөктәр, “Үҙ ҡанатым” комедияһын, “Әбей менән шифаханаға” юмористик сценкаларын күрһәтте.
Рус труппаһының В.Гуркиндың “Саня, Ваня, улар менән Римас” спектакле буйынса премьераһы булды. Был һуғыш осорондағы мөхәббәт һәм дуҫлыҡ тураһындағы драма. Ә актерҙар Т.Свешникова, Е.Кузнецова, Р.Ҡадырова, Т.Еремеева үҙ героинялары — ауыл ҡатындарының характерҙарын бар тулылығында асырға тырышты.
Ә коллектив етәксеһе Г.Әхмәрова “Театр — минең яҙмышым” шиғырын уҡығанда тамашасы тәрән хистәргә бирелде.
Һөнәри оҫталыҡтары, артислыҡ һәләттәре һәм театр сәнғәтенә бағышлаған хеҙмәттәре өсөн үҙешсән артистарҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр.