Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Мәҙәниәт
31 Март 2021, 10:15

Йәш таланттарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Өфөлә үткән «Апрель» республика балалар йыр сәнғәте конкурсында Балтас районынан Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнаша.

Баш ҡалала «Апрель» республика балалар йыр сәнғәте конкурсы үтә. Уны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Конкурс ике турҙан тора. Беренсе турҙа видеояҙмалар аша 331 ҡатнашыусы араһынан һайланып алып, Балтас районынан Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Аделина Хәйруллина, Амалия Ғәйниәхмәтова, Линара Карамова һәм Сөмбөл Солтанғәлиева икенсе турға үтте. Улар Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәхнә оҫталарынан торған жюри алдында сығыш яһаясаҡ. Гала-концерт 4 апрелдә «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк. Йәш таланттарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас