Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
28 Март 2021, 06:25

Гармунсы һәм рәссам

Рәйес Фәйезовтың ижады беҙҙе тормошто яратырға, уның ҡәҙерен белергә өйрәтә

Бала саҡтан тормош ауырлығын татыған, яҙмыш һынауҙарын үткән Рәйес Фәйезов тирә-яғыбыҙҙа билдәле рәссам. Ул сәнғәт донъяһына бормалы, һикәлтәле юлдар аша килә.
Рәйестең атаһы Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына ҡәҙәр үткән. 1940 йылда армия сафына алынған ир 1946 йылда ғына тыуған яғы Байҡы-Юнысҡа ҡайта. Тәүҙә хисапсы, унан күп йылдар колхоз рәйесе булып эшләй. Ә әсәһе уҡытыусы була. Ғаиләлә өс бала үҫә. Яҙмыш уларға ҡайғыларҙың ауырын әҙерләй — әсәләре бик иртә — 1956 йылда 33 йәшендә гүр эйәһе була. Атай ҡулында ете, алты һәм бер йәшлек малайҙар тороп ҡала.
1949 йылғы Рәйес бик хисле, һәләтле, аҡыллы була. Һүрәт төшөрөргә ярата, ете йәшендә гармунда уйнарға өйрәнә. Атаһы тырыш улына алтынсы класта уҡығанда уҡ баян да алып бирә. Ә егет барыһын да шаҡ ҡатырып, яңынан-яңы матур көйҙәр өйрәнә, тирә-яҡҡа моң тарата.
— Беҙҙең күршелә генә ике ағай — Ралих һәм Расих Сабитовтар йәшәй ине. Кис етһә, ихатаға сығып, икәүләп баян уйнайҙар. Мин уларҙың сыҡҡанын күҙәтеп кенә торам. Ҡайһы саҡта байтаҡ ҡына халыҡ та йыйылып китә, шулай моң донъяһында йөҙә инем. Шунан башланды йыр-моңға һөйөү, — тип иҫкә ала Рәйес Фәйезов.
Киләсәккә яҡты хыялдар менән янып йәшәгән үҫмерҙең пландары 1963 йылда селпәрәмә килә. 7-се класта уҡығанда хеҙмәт дәресендә класташы абайламайынса балта менән Рәйестең дүрт бармағын сабып өҙә. Их, ул бармаҡтарҙың йөрәккә үтеп ауыртыуы.... Йән әрнеүҙәре бының менән генә бөтмәй әле. Байҡы дауаханаһында уның ҡулын бәйләйҙәр һәм, нисектер был хәлгә еңел генә ҡарап, уны өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Оҙаҡ та үтмәй, Рәйестең ҡулы эренләп шешә башлай. Ул саҡта уны бөтөнләй ҡулһыҙ ҡалыуҙан белемле хирург түгел, ә ябай ауыл фельдшеры Рәйфә Ҡәйүмова ҡотҡара.
— Бармаҡтар киҫелгәс, кәмһендем. Ҡыйынһындым. Был оят кеүек күренде. Чехол тегеп, ҡулымды йәшереп йөрөнөм. Төшөмдә бармаҡтарымдың үҫкәнен күрәм. Шатланып уянып китәм, ә бармаҡтар юҡ, — ти Рәйес ағай. — Бармаҡтағы яралар бөтмәгән ине әле. Баш бармаҡ менән генә көй сығарырға тырышам. Ҡараһам, атайым менән үгәй әсәйем аш-һыу бүлмәһендә илап ултыра. Киҫелгән бармаҡтарҙың төптәре менән баянда яңынан уйнарға өйрәнергә тура килде.
Рәйес 8-се класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Ул ниндәйҙер бер эске һиҙемләү менән Өфө педагогия техникумының художество-графика бүлегенә уҡырға инә һәм уны артабан уңышлы тамамлай. Тырыш, һәләтле егеткә уҡытыусылары Мәскәүгә сәнғәт академияһына барырға тәҡдим итә. Ләкин ауыл егете ҡаушап ҡала, аҡса етмәү ҙә үҙен һиҙҙерә.
Рәйес Әсхәт улы Борай районы Ҡайынлыкүл ауылында рәсем һәм һыҙым дәрестәре уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Йәш белгес класс бүлмәләрен, колхоз идараһы бинаһын биҙәй. Кистәрен дә тик тормай, гармунсы егет ауыл сәхнәһенең күркенә әйләнә. Һәләтле уҡытыусыға мәктәп директоры хатта йорт һатып алып бирә.
1971 йылда атаһы һорауы буйынса ул тыуған ауылына ҡайта. Буласаҡ хәләл ефете Өфө педагогия институтын тамамлаған Мәғәфиә Бәхтийәр ҡыҙы менән уларҙы мәҙәниәткә һөйөү таныштыра. Икеһе лә үҙешсән сәнғәт ағзалары, икеһе лә спектаклдәрҙә уйнай, йыр-моңға ғашиҡ. Тик үгәй әсәһе уларҙың никахына бик риза булмай. Йәштәр бер нигә лә ҡарамай, бергә булырға ҡарар итеп, эш эҙләп Иҫке Аҡбүләк мәктәбенә юллана. Бирелә эш урыны шул тиклем оҡшаһа ла, фатир булмау сәбәпле, ике йылдан һуң тағы ла һайлау алдында ҡалалар. Мәғариф бүлеге уларға Балмазы йәиһә Тайҡаш мәктәптәрен тәҡдим итә һәм улар 1975 йылда Тайҡаш ауылына күсеп килә.
Икеһе лә мәктәптә тырышып хеҙмәт юлын дауам итә. Рәйес ағай уҡыусыларҙы һүрәт төшөрөргә, һыҙымға өйрәтә.
Ғаиләләренә йәм өҫтәп, бер-бер артлы улдары Артур һәм ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килә. Ата-әсәһенә оҡшап, улар ҙа тырыш, һәләтле булып үҫә, юғары уҡыу йорттарында белем алып, ғаилә ҡороп, бөгөн үҙҙәре балалар үҫтерә.
1972 йылда Өфөлә үҙешсән рәссамдарҙың күргәҙмәһе була. Рәйес Әсхәт улы бер төн эсендә картина яҙа һәм призлы урын яулай.
Ныҡлап картиналар яҙыу менән ул хаҡлы ялға сығыр алдынан мауығып китә. Уны квалификацияны күтәреү курстарына уҡырға ебәрәләр. Һүрәт төшөрөргә эш бирәләр. Рәйес ағай "Тайҡаш күле" тигән картина яҙа. Уны күргәс, уҡытыусы: “Һеҙ картиналарығыҙҙы һатаһығыҙмы?” — тип һорай. “Минән рәссам сыҡмай”, — тигән яуап алғас: “Нисек булмай? Бына бит булған!” — тип, тәжрибәле уҡытыусы Рәйес Әсхәт улын дәртләндереп ебәрә. Шунан Рәйес ағай үҙе лә һынлы сәнғәткә тартыла башлай. Уның хис-тойғолары киндер туҡымала сағыла. Шулай бер-бер артлы картиналар тыуа.
Рәйес Фәйезов — пейзажсы. Күргәҙмәһендә лә, өйөндә лә тыуған яҡ күренештәре сағылған. Асҡын ауылы музейын да уның картиналары биҙәй. Бөтәһе лә күңелгә яҡын, йәнгә йылылыҡ, һөйөү өҫтәй. Рәйес Әсхәт улының һәләтле рәссам булыуын аңлар өсөн уның ижад емештәренә бер генә күҙ ташлау ҙа етә. Автор йылдың һәр миҙгеленең төҫтәрен күңеле аша үткәреп, уларҙы күрһәтә белә. Бер картинаһында ҡыштың вайымһыҙ, ҡырыҫ аҡ һалҡынлығын асһа, икенсеһендә — йәй байлығы, йылылығы, нуры. Яҙ һәм көҙ тураһындағылары йәшәү менән үлем тураһында уйланырға мәжбүр итә.
Рәссамдың картиналарында пессимизмға урын юҡ. Улар яҡты, алтын һымаҡ төҫтәрҙә яҙылған һәм шатлыҡ-ҡыуаныс менән тулы һымаҡ. Бындай әҫәрҙәр ижад итеү өсөн талант эйәһенең тормошто яратыуы, Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙең һәр миҙгелен ҡәҙерләп, бәрәкәтле итергә ынтылып йәшәүе кәрәк. Хәйер, тормош ҡәҙерен үлем менән йәшәү сигенә яҡынлашып ҡараған кеше яҡшыраҡ беләлер.
Эш шунда, Рәйес Әсхәт улы 90-сы йылдарҙа бик ҡаты ауырып китә. Ул йылдар буйы дауаханала ята. Хатта республика табиптары ла теүәл диагноз ҡуя алмай.
Һуңыраҡ табиптарҙың ялғышыуы асыҡлана. Улар йөрәкте дауалаған. Ә сырхаулыҡ травма һөҙөмтәһендә, өҙлөгөүҙән булған. Дөрөҫ диагнозды 10 йылдан һуң Бөрө табибы Әнисә Таймасова ҡуя. Үҙәккә үткән сир авариянан һуң килеп сыға. Ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйылған булһа, был тиклем ауыртыу-һыҙланыуҙар булмаҫ ине.
Ошо бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға уға оло йөрәкле тормош иптәше Мәғәфиә Бәхтийәр ҡыҙы ярҙам итә.
Рәйес ағай бик ғәҙел, ябай, тәрән аҡыллы, сабыр кеше. Тоғролоҡто өҫтөн ҡуя. Ә бына алдашыуҙы, ике йөҙлөлөктө күрә алмай.
— Күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Төн ҡараңғылығы йөрәктәргә шом һалып өлгөрмәһен. Унан һуң барыбер яҡты көн тыуа бит, — ти рәссам.
“Иртә”, “Йәй”, ”Ҡояшлы көн”, “Байҡы буйында”, “Ялан сәскәләре” картиналары күңелдәргә үтеп инә торған эштәр. Рәссам был күренештәрҙе дауахана тәҙрәһенән оҙон көндәр буйы күҙәтеп ятҡан. Дарыу еҫе, һыҙланыу-ыңғырашыуҙар... һәм рәссам. Ә картина ғәжәйеп яҡты, нурлы килеп сыҡҡан. Унда ҡояшлы матур донъя. Уларҙың һәр береһе менән Рәйес ағай яҙмышының бер миҙгеле бәйләнгән, уларҙың һәр береһе хәтирәләр уята. Рәссамдың ижад емештәре менән танышҡан һәр кеше уның талантына һоҡланып, артабан да ижади уңыштар, бәхет, сәләмәтлек теләй.
Тайҡаш ауылының ябай ғына бер йортонда шундай матурлыҡ тыуа. Ҡайһы саҡта ул ҡулына баянын ала, картиналары алдына ултырып, тәбиғәттең серле йәшәйешен аңларға тырышҡандай, уларға ҡарап бармаҡтарын баян телдәре буйлап йөрөтә. Әйтерһең дә, йылғалар ағышы, аҡ ҡайындар шаулауы, йәйғорло күк, ҡоштар тауышы бер бөтөн моңға әүерелә, был хәләт яңы уйҙар уята, идеялар бирә. Төҫтәр-буяуҙар, күңелдәрҙе елкендерерлек моңдар менән идара итә был кеше. Ауыр сирҙәр, ҡаршылыҡтар аша үтһә лә, матурлыҡ тыуҙыра алған ижади күңелле илһамлы кеше бәхетһеҙ була аламы һуң?

Люция КАРАМОВА.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас