Етәксеһе — клубтың мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы, йырға ла, бейеүгә лә оҫта гүзәл зат Земфира Мөфтиева.
Ансамбль сағыштырмаса йәш әле: ойошторолоуына ни бары өсөнсө йыл ғына. Әммә ауылда уҙған барлыҡ мәҙәни сараларҙың да үҙәгендә улар. Уның составында китапханасы, уҡытыусы, ашнаҡсы, хаҡлы ялдағылар, хужабикәләр бар. Төрлөһө төрлө эш башҡарһа ла, төрлө мәшәҡәткә сумһа ла, репетицияларға теләп киләләр, татыу коллектив булып тупланғандар ҙа инде.
Әлеге ваҡытта “Бөрлөгән”дәр башҡорт халҡының “Батмустар менән бейеү”ен өйрәнә. Был бейеүҙең дә башҡалары кеүек камил, матур килеп сығырына шик юҡ.