Гөл Мирһади (Гөлнара Шәймөхәмәтова) — шағирә, прозаик, 2011 йылдан РФ һәм БР Яҙыусылар берләшмәһе ағзаһы. З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Алмалы үләннәрем” — шиғырҙар һәм йырҙар, “Адашкан сер” повестар йыйынтыҡтары, “ Өйрән хужа булырга!” балалар китабы, Ҡазанда “Ак бүре” нәшриәтендә “Уйларым-сәйләннәрем” шиғырҙар һәм “Нәнәй догасы” хикәйәһенән торған китабы донъя күрҙе. Әле генә, 50 йәшлек юбилейы алдынан, Башҡортостанда “Төш” тигән проза китабы “табанан төштө”.
“Ижадымдың башында торған Владислав ағай Рәжәповтың рухына, һәр ваҡыт терәк-таяныс булған “Тулпар” журналы коллективына, айырым Дилбәр Булатоваға, “Китап” нәшриәте етәкселегенә, китаптарымдың мөхәррирҙәре Динә Мырҙаҡаева, Гөлшат Абдуллинаға, яҡташым Алик Лоҡмановҡа, “Балтач таңнары” гәзите коллективына, республиканың төрлө райондарынан ижадым менән ҡыҙыҡһынып тороусы уҡыусыларыма мең рәхмәтемде еткерәм. Айырым оло рәхмәтем мине ижади мөхиттә йәшәткән, минең илаһи халәтемде аңлап ҡабул иткән Балтас районы хакимиәтенә һәм мәҙәниәт бүлеге, мәҙәниәт һарайы коллективына. Әҫәрҙәремдә тормоштоң яҡты яҡтары ла, проблемалары ла бар, геройҙарымды, уларҙың кисерештәрен китап һөйөүселәр аңлап ҡабул итер, тип уйлайым. Бәхетле яҙмыш теләйем “Төш”кә!” — ти автор.
Гөл Мирһади (Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы) 1971 йылдың 23 апрелендә Башҡортостандың Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылында тыуған. 1992 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамалап, Юғары Ҡарыш урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. БР-ҙың мәғариф отличнигы. Әлеге ваҡытта Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Балтас район Мәҙәниәт һарайы директоры булып эшләй.