Концерттарҙа район Мәҙәниәт йорто сәхнәһенә Светлана һәм Илшат Әхмәтовтар сыҡҡанын көтөп алам. Дуэт булып йырлаһалар ҙа, Илшат үҙе баянда уйнаһа ла, йотлоғоп тыңлайым. Уларҙағы моң! Һүҙ менән аңлата торған түгел ул моңдо.
Әхмәтовтар икеһе лә Тәтешле районында тыуып үҫкән. Светлана район үҙәге Үрге Тәтешле ҡыҙы булһа, Илшат Үрге Ҡоҙаш ауылынан.
— Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Атай-әсәйемдең дә, апайҙарымдың да сәхнәлә йырлағаны юҡ. Һөнәрҙәре — тәрбиәсе, яратҡан шөғөлдәре спорт уларҙың. Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда миңә ни бары биш йәш булған, — тип һөйләй Светлана. — Шул сәхнәнән беренсе йырлаған көнөмдә үк мин үҙемдең сәхнә кешеһе буласағымды аңлап, белеп, теләп үҫтем. Мәктәптә уҡыған сағымда Балалар ижады йортоноң вокал түңәрәгенә йөрөнөм. Мәктәптә, Балалар ижады йортонда уҙған бер генә саранан да ситтә ҡалманым. Хоҙайға шөкөр, урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға барыу теләгемә атай-әсәйем ҡаршы төшмәне. Үҙем кеүек бер уйҙа булған, ижадты яратҡан кешеләр араһына килеп эләктем. Теләп уҡығас, уҡыу ауыр булманы. Хор дирижеры белгеслегенә эйә булып, хеҙмәт юлымды башланым.
Әлеге ваҡытта Светлана Динис ҡыҙы Борай Мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы булып эшләй, тормош иптәше менән бергә булдырған “Сәйлән” вокаль ансамбле солисы һәм етәксеһе лә.
Илшат — Мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы. Профессиональ баянсы булған атаһының баянында үҙенсә көй сығарырға тырышып ултырған өс кенә йәшлек улын күргән ата-әсә Илшаттың киләсәктә тормошон нәҡ музыка менән бәйләйәсәгенә шикләнмәй. Урта мәктәптә уҡығанда музыка мәктәбенең баян класында ла белем ала һәләтле малай. Ике мәктәптә лә уңышлы уҡыу ялҡауҙар эше түгеллеге яҡшы мәғлүм. Тәбиғәттән бирелгән һәләт кенә етмәй, тырышлыҡ, маҡсатсанлыҡ та кәрәк бының өсөн. Артабан баш ҡаланың сәнғәт институтына, халыҡ музыка ҡоралдары бүлегенә уҡырға инә. Атаһы өлгөһөндә үҙе көйҙәр ҙә ижад итә. Хәҙер баянды Илшаттан, Илшатты баяндан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Концерттарҙа биш рәтле ҙур баянын еңел генә күтәреп сығып, тамашасыны уйнаған көйөнөң беренсе нотаһынан уҡ моң даръяһына алып инеп китә ул.
Районда үткән барлыҡ мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай Әхмәтовтар. Улдары Вадим менән Руслан да сәхнәлә беренсе аҙымдарын яһай башланы. Алты йәшлек Вадим үҙе генә башҡарып, район йыр конкурстарында призлы урын алырға ла өлгөрҙө. Дүрт йәшлек кенә Руслан да үҙен сәхнәлә нисек тоторға белә, ғаилә менән сығыш яһағанда тамашасы уны айырыуса яратып алҡышлай.
Әйләнә-тирәләгеләргә моң һәм нур өләшеп, йәшәйештәренә юлдаш итеп йырҙы һайлаған Әхмәтовтарҙың тормошо ла йырҙағы кеүек матур барһын.