“Йәшлек” ансамбле концертына халыҡ ҙур теләк менән йыйылды. 37 йыл йәшәп килгән “Йәшлек” бейеү түңәрәген Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы Мөнирова етәкләй. Концерт программаһын бик оҫта итеп Марат Мәҡсутов менән Эльвира Ғәбдинурова алып барҙы. Райондың йөҙөк ҡашына әүерелгән был бейеү коллективы республикабыҙҙа ла танылды. Сочиҙа үткән “Ҡара диңгеҙ буйында” конкурсында иң юғары бүләккә — Гран-приға лайыҡ булды. Был бейеү коллективы Ф.Ғәскәров исемендәге республика конкурс-фестивалендә лә һынатманы, “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында күп тапҡыр лауреат исемен яуланы.
Концерт бик ҡыҙыҡ һәм күңелле уҙҙы. Тамашасылар артистарҙың һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмде. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Эльвира Ғәбдинурова, Филүс Шәнгәрәев, Радмир Нуртдинов, Зилә Ҡотдосова, Зилә Рәхмәтова, Ксения Гордиенко, Мөғәниф Абраров күңелгә ятышлы йырҙары менән яҡташтарын ҡыуандырҙы.